Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта

Тулыраҡ: Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта

Өфөлә ПЭТ-технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә икенсе позитрон-эмиссион томографияһы сканеры эшләй башланы. Медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Яңы заманса аппарат ярҙамында һаулыҡ һаҡлау учрежденияһы йылына ике тапҡыр ярымға күберәк, йәғни кәмендә 12 меңдән ашыу пациенттар ҡабул итә аласаҡ. Ядро медицинаһы үҙәгендә пациенттар диагностиканан тыш, шулай уҡ кибер-бысаҡ ярҙамында операцияһыҙ дауаланыу аласаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе йылда Стәрлетамаҡта ошондай уҡ медицина үҙәген төҙөү күҙҙалана. Сочиҙағы үткән Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса талап ителә, сығымдарҙы иһә тулыһынса инвестициялар иҫәбенә ҡаплау ҡарала.