Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе хәҙер "Балалар диеталы туҡланыу үҙәге" ашатасаҡ. Башҡалала берҙәм балалар менюһы ла барлыҡҡа килде. Уны технологтар ике аҙна һайын яңыртып, бала организмына кәрәкле витаминдарҙы иҫәпкә алып тулыландырып торасаҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар туҡланыу үҙәге ҡайнап тора. 1 августан балалар баҡсалары яңы туҡланыу системаһына күсә, тимәк ата –әсәләргә бөгөнгә тиклем эшләп килгән түләү системаһына һалынған аҡсаларын кире ҡайтарырға кәрәк. Ошо һорау менән үҙәккә көнөнә 200-ләгән кеше мөрәжәғәт итә. Уңайлылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтарыусы хеҙмәткәрҙәр һанын да арттырғандар. Әммә етәкселек әйтеүенсә, ҡалған аҡсалар элекке операторҙарҙа йыл аҙағынаса һаҡлана. Бинаның икенсе яртыһында мәктәп һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренән ғаризалар ҡабул итәләр. Улар берҙәм "Балалар һәм диеталы туҡланыу үҙәгенә" эшкә күсә. Ойошманың хоҡуҡи формаһы ғына үҙгәрә, аҙыҡты шул уҡ ашнаҡсылар, шулай уҡ үҙ урындарында әҙерләйәсәк. Әммә туҡланыу сифаты һиҙелерлек яҡшырырға тейеш. Бындай һауыт-һабаны тәүгеләрҙән булып Өфөнөң 322-се балалар баҡсаһында ҡуллана башланылар. Сенябрҙән уны башҡаланың бөтә мәғариф ойошмаларына ла һатып аласаҡтар. Балалар өсөн дөйөм меню ла булдырыла. Уны технологтар һәм диетологтар балаларҙың бар физиологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ике аҙна һайын яңыртып торорға тейеш. Меню барлыҡ яуаплы ведомстволар тарафынан да хупланған. Шулай уҡ балалар баҡсаһы һөт кухняһы аҙыҡтары менән дә тәьмин ителәсәк. Башҡалалағы бөгөнгәсә эшләп килгән 3 оператор бер комбинатҡа берләшә. Был балалар туҡланыуын контролдә тоторға һәм сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк. Артабан һауыт-һабаны ғына түгел, аҙыҡ-түлек блоктарында ҡоролмаларҙы яңыртыу һәм ремонт ҡаралған.Үҙгәреш мәлендә аңлашылмасанлыҡтар булырға тейеш түгел, тей етәкселек. Яңы система буйынса ҡала ситендәге лагерҙар ҙа эшләй башалаған. Өфөнөң Аҡсарлаҡ лагерендә ял итеүсе балалар уңайлы өҫтөл-ултырғыстарҙа, тәмле, сифатлы ризыҡ менән һыйлана. Туҡланыу йәш үҙенсәлеге буйынса икегә бүленгән. Аша, уҡы, үҫ тигән яҙыуҙы аҙыҡ-түлек блогында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең махсус кейемдәрҙәрендә лә күрергә була. Яңы система буйынса балалар баҡсалары 1-се августан эшләй башлаһа, 1-се сентябрҙән мәктәптәр күсәсәк. Балалар баҡсаһында туҡланыу өсөн түләүҙәрҙе ата-әсәләр банктарҙың онлайн-ҡушымтаһы, йә үҙәктең сайтында шәхси кабинет аша башҡара ала.