Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

Эштәрҙең барышы менән хөкүмәт йортонда үткән “Мәғариф сәғәтендә” таныштылар. Белем биреү учреждениеларыныү әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙеү капиталь ремонтына һәм материаль-техник базаһын яҡшыртыуға йүнәлтелә, тинеләр кәңәшмәлә. Нуриман районы Яңы Күл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Учреждениеның ихатаһын мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре тәртипкә килтерә. Берәүҙәр урамдағы баҡсаны сәскәгә күмеп, ҡоймаларҙы буяһа, икенселәре иһә бинаның эсен ремонтлай. Яңы күл ауылы мәктәбендә бөтәһе 216 уҡыусы белем ала, быйыл беренсе класҡа 19 баланың килеүе көтөлә.