Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм матбуғат өлкәһендә намыҫлы эшләгән 64 һөнәри оҫтаһы бар.
За кадром. “Алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” ордены менән 2 кеше бүләкләнде. Салауат Юлаев орденын йөрөтөүселәр иһә тағы етәүгә артты. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне һәм республиканың иҡтисадын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, дәүләт төҙөлөшөндә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн “Халыҡтар дуҫлығы” ордены 4 кешегә тапшырылды. Салауат ҡалаһынан Рәфит Вәлиевҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре исеме бирелде, ул иһә үҙ сиратында Радий Хәбировҡа Сочи ҡалаһының олимпиада факеленың моделын бүләк итте. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың почет грамоталары, республика башлығының рәхмәт хаттары, атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр исеменә ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, журналистар, волонтерҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лайыҡ булды. Башҡортостандың дәүләт наградаһы — Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рафаэль Исхаҡов бүләкләнде. Афған ветераны күптәр өсөн өлгөлө шәхес. Әүҙем спорт менән шөғөллөнеү уға йәшәргә дәрт өҫтәй һәм тағы ла яңы үрҙәр яуларға рухландыра.