Башҡортостандың дәүләт наградаһы — Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рафаэль Исхаҡов бүләкләнде. Афған ветераны күптәр өсөн өлгөлө шәхес. Әүҙем спорт менән шөғөллөнеү уға йәшәргә дәрт өҫтәй һәм тағы ла яңы үрҙәр яуларға рухландыра. Һәүәҫкәр альпинист Ирәмәл тауын иңләп сыҡҡандан һуң, тағы ла бейегерәк тауҙарға менергә теләп, үҙенең хыялдарын тормошҡа ашыра. Килсәктә донъялағы иң бейек тауҙың башына менеү теләге менән йәшәй. Рафаэль Исхаков аҙнаһына 2 тапҡыр арҡаһына ауыр рюкзак аҫып, Салауат Юлаев майҙанына йәйәү бара һәм баҫҡыстар буйлап йөрөй. Тап ошондай күнекмә аяҡтар өсөн иң яҡшыһы, тип иҫәпләнә һәм һәүәҫкәр альпинист бейек тауҙарға менер өсөн спорт менән даими шөғөлләнә. Рафаэль Самат улы 2016 йылда Эльбрус тауына менә, ике йылдан Белуханы, быйыл июль башында иһә Народный тауына үрләй. Туризм менән шөғөлләнеү афғанда хеҙмәт иткән иптәштәре менән башлана. Башҡортостанды гиҙеп сыҡҡас, Рафаэль Самат улы тағы ла бейегерәк үрҙәрҙе яуларға теләй. Cеберҙең иң юғары нөктәһенә – Эльбрустың түбәһенә тиклем менеү уның өсөн оло һынау була, әммә был һынауҙы лайыҡлы үтә. Ә бейек тауҙарға менер өсөн, туҡтауһыҙ спорт менән шөғәлләнергә кәрәк, Рафаэль Исхаков бассейнда йөҙә, ҡышын саңғыла шыуа, шулай уҡ өйҙә лә шөғөлләнә. Таныш булмағандар уны бер ҙә протезда йөрөй, тип әйтмәҫ. Афған һуғышында сапер булып хеҙмтә иткән Рафаэль Исхаков снаряд шартлағандан һуң 22 йәшендә генә бер аяҡһыҙ тороп ҡалған. Хәрби ғаиләлә тәрбиәләнгән уҙаман юғалып ҡалмай, был донъяға яраҡлашырға һәм бер кемдән дә кәм булмай йәшәргә кәрәк, тигән маҡсат ҡуя. Афғандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға быйыл 30 йыл. 30 йыл Рафаэль Исхаков Рәсәй Афған ветерандары берлегендә әүҙем эштәр башҡара, күп иптәштәренә был тормошта һынмаҫҡа ярҙам итә. Һәүәҫкәр альпенист өсөн экстремаль туризм яратҡан шөғөл, ял ваҡыттары үтеү менән ул үҙенең төп эшен дауам итә. Хәҙер күп йылдар Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм мобилизация эштәре бүлеге мөдире булып эшләй. Сәләмәт тәндә, сәләмәт рух, тип Рафаэль Исхаков бер көнөн дә ҡалдырмай спорт менән шөғөлләнә. Киләсәктә Африканың иң юғары нөктәһе– 5800 метр бейеклектәге Килиманджаро, һуңынан донъялағы иң бейек Эверест тауҙарын үрләргә ниәтләй. Ихтыяр көсө барҙа хыялдар ҙа ғәмәлгә аша.
Бейек тауҙарға үрләүсе
Тулыраҡ: Бейек тауҙарға үрләүсе