- Геманияның Франкфурт-на-Майне ҡалаһында билдәһеҙ ир ҡатын менән баланы тимер юлына этеп төшөргән. Һөҙөмтәлә, улар станцияға яҡынлашҡан поезд аҫтында ҡала. Һигеҙ йәшлек малай шунда уҡ ғүмерен юғалта. Әсәһен табиптар ҡотҡарып ҡалған. Енәйәтсе ир тағы ла бер кешегә һөжүм итергә йыйынған, тик уны шаһиттар тотоп алған һәм аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
- Иркутск өлкәһен йәнә һыу баҫа. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә йылғалар күтәрелгән. Һыу баҫҡан ауылдарҙан ике меңдән ашыу кешене эвакуациялағандар. Синоптиктар фаразлауынса, һауа торошо артабан да насарая. Тимәк, һыу кимәле тағы ла нығыраҡ күтәреләсәк, тип көтөлә.
- Мексиканың баш ҡалаһы янында вулкан уянған. Һәләкәттәрҙе кисктереү буйынса Милли үҙәк хеҙмәткәрҙәре тикшереү маҡсаты менән тауға осҡанда вулкан атылыуын күреп ҡалған. Видеонан күренеүенсә, туҙан бағанаһы ике километрға тиклем күтәрелгән. Властар, урындағы халыҡты эвакуацияға әҙерләнергә саҡыра. Әйткәндәй, мексиканецтар Попокатепетль вулканын, иркәләп, “Эль-Попо” тип йөрөтә.
- Балаларға – туңдырма, пандаға – арбуз. Ҡытай зоопарктарының береһендә панданың тыуған көнөн билдәләгәндәр. Байрамға ошо уҡ көндө тыуған башҡа балаларҙы саҡырғандар. Шул рәүешле, Фэй Юнь исемле панда үҙенең туғыҙ йәшен тамашасылар менән бергә үткәргән. Килгән ҡунаҡтарға шарҙар һәм тәмлекәстәр таратҡандар, ә йәнлеккә биҙәлгән арбуз һәм панда уйынсығын бүлкәт иткәндәр.