Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ун бишлек йәшлек Дмитрий Макеров ағастан төрлө йәнлек һындары, көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабалар, ҡумталар эшләү менән мауыға. Уның эштәре менән хәҙер сит ил кешеләре лә ҡыҙыҡһына. Бындай һәләт уға кемдән күскән? Киләсәктә ул ниндәй һөнәр һайлаясаҡ? Эшкә бар күңелеңде һалып башҡарғанда ғына, моратыңа ирешеп була, ти йәш ағас оҫтаһы Дмитрий Макеров. Көнкүрештә кәрәкле әйберҙәрҙең береһе — һауыт-һабаны ул өс-дүрт сәғәт эсендә әҙерләй. Бының өсөн ни бары яҡшы станок, дөрөҫ һайланған ағас, махсус ҡоралдар һәм оҫтанан иғтибарлыҡ талап ителә. Ағас эшенең үҙенсәлектәре менән Дмитрий Макеров бала сағынан таныш. Иң тәүге эшен ул ни бары ун йәшендә башҡара. Бындай һәләт ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килә. Уның олатаһы ла ҡасандыр билдәле оҫта булған. Өйгә кәрәк-яраҡтарҙы хәҙер һатып алмайбыҙ, ә улыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ, тип ҡыуана ул. Ағастан төрлө фигуралар ижад итеү өсөн Дмитрий үҙенә айырым оҫтахана асҡан. Бында төрлө ағас киҫәктәре, элекке станоктар, боҙолған һындар ҙа ята. 15 йәшлек Дмитрий Макеровтың хәҙер бәләкәй генә музейы ла бар. Унда ағас оҫтаһының иң яҡшы эштәре һаҡлана. Йәнлек һындары, һауыт-һабалар, балалар өсөн уйынсыҡтар, биҙәкләп эшләнгән ҡумталар. Коллекцияларҙың һаны көндән-көн арта ғына. Республиканан тыш, сит ил кешеләренең дә уға заказ эшләүҙәре йәш егеттең эш кимәлен күтәрә, уның оҫталығын дәлилләй. Дмитрий төрлө район-ҡалаларҙа үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып алдынғы урындарҙы яулай. Бынан тыш, Дмитрий башҡаларҙы ла ағастан фигуралар эшләү серҙәренә өйрәтә. Интернет аша теләгән һәр кем оҫтаның эш барышы менән таныша ала. Ҡул оҫталығын танытып өлгөргән егет яңыраҡ ағас эшкәртеү оҫталығы буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй фестивалендә лә булып ҡайтҡан. Фестивалдә ул башҡа ҡалаларҙан килгән оҫталар менән таныша, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Киләсәктә лә ул был һөнәрен дауам итергә маҡсат ҡуйған.
Оҫтаның ҡулы башҡа
Тулыраҡ: Оҫтаның ҡулы башҡа