Беренсе халыҡ-ара лагерь

Тулыраҡ: Беренсе халыҡ-ара лагерь

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында халыҡ-ара лагерь эшләп килә. Әле унда Японянан килгән 22 бала шөғөлләнә. Һәләтле йәштәр рус балетының үҙенсәлектәренә төшөнөргә хыяллана. Япон телендәге телмәрҙе ишетеү Башҡор хореография колледжы өсөн быйылғы йәйҙә ғәҙәти күренеш. Каникулдар булыуына ҡарамаҫтан, бер-нисә залда классик бейеү буйынса дәрестәр бара. Уҡыусылар араһында Япониянан килгән балалар ҙа бар. Улар тәүге халыҡ-ара йәйге лагерҙа ҡатнашыусылар. Өфөләге лагерға юллама — конкурс еңеүселәре өсөн махсус бүләк. Йәмғеһе, өс төркөм килгән. Араларында кескәйҙәр ҙә, өлкәнерәк үҫмерҙәр ҙә бар. Колледжға уҡырға инергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Өфөгә уларҙы оҙаҡ йылдар Япониала йәшәүсе Алмазбек Шамыралиев алып килгән. Япониянан килгән уҡыусылар өсөн педагогтар ялдарын ҡалдырып тороп, эшкә сыҡҡан. Урындағы балалар ҙа каникулдарын туҡтатып торҙо. Япон телен белмәүҙәре тиҫтерҙәре менән аралашыу өсөн ҡамасауламай, ым-ишара ярҙамында аңлашалар. Ҡунаҡтар өсөн ун көнлөк лагерь оҫталыҡтарын арттырыу, тәжрибә туплау өсөн яҡшы мөмкинлек. Японила улар аҙнаһына өс көн генә шөғөлләнһә, бында дәрестәр иртәнән алып кискә тиклем дауам итә. Ҡайһы бер композициялар менән балалар беренсегә таныша. Мәҫәлән, тарихи-көнкүреш бейеүҙәргә Японила өйрәтмәйҙәр. Оҙаҡламай кескәй бейеүселәргә өлкән хеҙмәттәштәре ҡушыласаҡ. Өфө педагогтарының тәжрибәһе менән танышыу өсөн колледжға Япониянан уҡытыусыларҙың да килеүе көтөлә.