Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала

Тулыраҡ: Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала

Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мониторинг буйынса махсус эш төркөмө булдырылды. Уға Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Баширов рәйеслек итә.Белгестәр әйтеүенсә, Иҙәк йылғаһында хәл тоторҡлана бара, ә киләсәктә йылғаға бысратыусы матдәләр эләгеүе мөмкин түгелБыл турала йылғала хәлде күҙәтеү буйынса эшсе төркөм ултырышында белдерелде. Мәғлүм булыуынса, 27 июль социаль селтәрҙәрҙә “Полиэф ” заводы тарафынан йылға бысраныуы арҡаһында балыҡтың күпләп үлеүе тураһында мәғлүмәт таралды. Республика экология министрлығының дәүләт аналитика контроле Идаралығы директоры Валентина Сәфәрова әйтеүенсә, йылғаға химик матдәләр эләгеү сәбәпле биохимия реакция барлыҡҡа килеп,һыуҙа кислород кәмегән. Тап ошо күренеш балыҡтарҙың үлеменә килтереү ихтималлығы юғары. Благовещенда һәм Өфөлә зарарлы матдәләр эсәр һыуға эләккәнме,тигән һорау барыһын да борсой. «Өфөводоканал», «Роспотребнадзор» һәм Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре белдереңенсә,эсәр һыу сифаты күрһәткестәре норма кимәлендә.Әле йылғаның үҙендә предприятиенан килгән бар һыуҙарҙы тотҡарлаусы дамба төҙөлгән. Насостар ярҙамында тупланған һыу,тәүлек әйләнәһенә ситкә ҡойола. Йылғалағы хәл Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған махсус төркөм тарафынан етди өйрәнелә. Зарарлы матдәләр күләме ныҡ кәмегән. Анализдар алып,уларҙы өйрәнеү әле лә дауам итә. Мөмкин тиклем ентекле өйрәнеү өсөн тупраҡ һәм йылға төбөндәге ятҡылыҡтарҙың торошо ла тәрән өйрәнелә.