Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары менән осрашты

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары менән осрашты. Фекер алышыуҙа Республика башлығы төбәк йәшәйешенә байҡау яһап, беҙҙе лә илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтар урап үтмәүен билдәләне. Әммә, дөйөм күрһәткестәр насар түгел, тип билдәләй Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән,торлаҡ төҙөү күләме арта,ә ҡаҙнаны тултырыусы йыйымдар 10 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәл итеүҙе талап иткән мәсъәләләр бар. Үлем күрһәткесенең артыуы,ә тыуымдың киреһенсә-кәмеүе борсолдора. Депутаттар үҙ сиратында үткән 4 йылда башҡарылған эшмәкәрлектәре тураһында һөйләне. Тап улар Федераль кимәлдә Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлау һәм дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу йүнәлешендә эшләй.