Республикала быйыл 1 миллион 300 мең тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынасаҡ

Тулыраҡ: Республикала быйыл 1 миллион 300 мең тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынасаҡ

Башҡортостандағы айырым кооперативтарҙа шәкәр сөгөлдөрө гектарынан 40 тонна уңыш бирә. Республикала быйыл кәм тигәндә лә миллион өс йөҙ мең тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынасаҡ. Был күләм республика халҡын шәкәр менән тулыһынса тәьмин итергә етә. Ошо турала Благоварҙағы семинарҙа әйтелде. Ә төбәктең шәкәр етештереүселәрен ниндәй яңылыҡтар көтә.

Беренсе сентябрь республиканың мәғариф системаһы ғына түгел, ә ауыл хужалығы тармағына ла һынау алып килә. Шишәмбенән Башҡортостан кооперативтары шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуға төшә. Етештереүселәр 50 мең гектар майҙандағы техник культураны йыйып алырға тейеш. Сентябрҙең тәүге аҙнаһында баҫыуҙарҙан сеймалды шәкәр заводтарына ташыу ҙа башлана. Республикала бөгөн шәкәр үҫтереү менән 22 район хужалыҡтары мәшғүл. Татлы тамыр өсөн бүленгән 50 000 гектарҙың ундан бер өлөшө Благовар йәмғиәттәре иҫәбенә тура килә. 5 мең гектарҙағы техник культураны ҡаҙып алыу бер айға һуҙыласаҡ. Эштәрҙең оҙайыуына борсолорға ярамай. Сентябрҙә сөгөлдөр ныҡлап шәкәргә тулылана. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу эшен 126 берәмек махсус техника башҡарасаҡ. Бөгөн төп бурыс – машиналарҙың төҙөклөгө. Райондарҙа иген комбайндары менән хәл түҙерлек булһа, былтыр сөгөлдөр ҡаҙыу буйынса байтаҡ комплекс сафтан сыҡҡан. Бөгөн райондар заманса техниканы үҙләштереү мөмкинлеген барлай. Башҡортостан кооперативтары быйыл һәр гектарҙан уртаса 300 центнер шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алырға ниәтләй. Бурыс – 30, 35 көндә техник культура баҫыуҙарында эштәрҙе теүәлләү. Көн үҙәгендәге тағы ла бер мәсьәлә — киләһе йыл “”татлы тамыр” майҙандарын киңәйтеү.