Башлыҡ сәғәте

Тулыраҡ: Башлыҡ сәғәте

Асҡын районында көкөрт менән дауалау үҙәге төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Ошо турала Республика Йортонда, “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Асҡын районы хакимиәте етәксеһе Ришат Дихин осрашыуы барышында билдәләнде. Асҡындағы социаль сәйәсәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Районда әле яңы мәктәп һәм мәҙәниәт йорто һалына. Инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек йәһәтенән дә проекттар юҡ түгел. Уларҙың береһе – мең баш малға иҫәпләнгән ферма.