Рәсәйҙә юлда ауырыуҙарға ашыҡҡан тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән һәм табиптарҙың эшенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Хәҙер штрафтар биш мең һумға тиклем арттырылды. Законды боҙған өсөн өс айҙан бер йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡарала. Элек тиҙ ярҙам машинаһына юл бирмәгән өсөн водитель 500 һумғаса штраф йәки өс айға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм ителә ине. Шулай уҡ Енәйәт кодексына тағы бер норма индерелә, уға ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ҡамасаулау сәбәпле пациенттың һаулығына ауыр зыян килтерелгән осраҡта ғәйепле водитель ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителә, ике йылғаса мәжбүри эштәргә йәлеп ителә йәки уға 80 мең һумғаса штраф һалына. Әгәр ошондай ғәмәлдәр пациенттың үлеменә килтерһә, водителгә дүрт йылғаса иректән мәхрүм ителеү янай.
Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде
Тулыраҡ: Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде