Республика кардиология үҙәгендә ҡорһаҡ өлөшөндәге аортаға эндопротез ҡуйыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Ҡәҙимге операция Мәскәү ҡалаһында ғына яһала, Волга буйы округында беренсе тапҡыр пациентҡа эшләнде. Оҫталыҡ дәресендә Өфө, Санкт-Петербург, Силәбе, Томск, Чебоксар ҡалаларынан йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургтары ҡатнашты. Ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы аневризм оҙаҡ ҡына үҙен белгертмәй йөрөүе ихтимал. Әгәр ҙә шартлаһа, ҡан таралып организмды зарарлауы мөмкин. Операция өҫтәлендә 57 йәшлек пациент. Стентграфт ҡуйыр алдынан уны был операцияға алдан әҙерләйҙәр. Пациент үҙ аңында һәм операция барышында хирургтар уның хәлен белешеп тора. Эндовоскуляр операциялар йылдан йыл киң ҡулланыла һәм уларға талап та арта. Ҡәҙимге операция иһә республикала беренсе тапҡыр эшләнә. Уның бөтә үҙенсәлеге шунда — ҡорһаҡ ҡыуышлығы аортоһына урынлаштырылған стент-граф махсус ҡоролма менән беркетелә.Бындай операциялар Мәскәү ҡалаһында ғына башҡарылһа, хәҙер иһә Волга буйы федераль округы хирургтары ла ҡәҙимге операцияны эшләй аласаҡ. Ошо йәһәттән республика кардиоүҙәгендә Өфө, Санкт-Петербург, Силәбе, Томск һәм Чебоксар ҡалаларынан йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургтары менән оҫталыҡ дәрестәре үтте. Операцияны иһә тулыһынса республика кардиоүҙәге белгестәре башҡарҙы.Билдәле кардиохирург Тимур Имаев менән тәжрибә уртаҡлашыу 2 көн дауам итәсәк. Медицина фәндәре кандидаты күҙәтеүе аҫтында тағы ла бер нисә операция башҡарыу ҡаралған. Пациент иһә операциянан һуң икенсе көнөнә үк дөйөм палатаға күсереләсәк һәм даими күҙәтеүҙән һуң өйгә ҡайтарыласаҡ.
Ҡатмарлы операция
Тулыраҡ: Ҡатмарлы операция