Әле бинаның беренсе ҡатында һәм тышҡы яғында ремонт башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иман йортонда төҙөлөш эштәре дүрт йыл буйы туҡталып торғайны. Салауат Юлаев проспектындағы 16 мең квадрат метр майҙанды биләгән “Әр-рәхим” мәсетенең ишектәре асылыуын республиканың һәр кешеһе түҙемһеҙләнеп көтә. Европалағы иң ҙур дини обьектта төҙөлөш эштәре 2007-се йылда башланып, 2016-сы йылда туҡтатылғайны. Бөгөн, ниһайәт, “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөү эштәре яңыртылды, урында техника эшләй башланы.Объект эсен йылытып ҡышҡылыҡҡа әҙерләү — әле компания хеҙмәткәрҙәренең берҙән-бер маҡсаты. Һыуыҡ көндәр башланғас та, мәсетте тергеҙеү эштәре дауам итәсәк. Әле урында ҡырҡтан ашыу эшсе эшләй. Дини объектты иғәнәләүҙең төп шарты-бүленгән аҡсалар маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш. 2012 йылдан алып мәсет “Урал” хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлдө. Иман йорто төҙөлөшөнә 100 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Әле мәсеткә инеү мәсьәләһе лә тикшерелә. Әйткәндәй, иман йортона өс урамдан үтеү ҡаралған. “Әр-рәхим” мәсете майҙаны буйынса республикала иң ҙурҙан һанала. Ғибәҙәт йортонда бөтәһе өс меңдән ашыу мосолманға доға ҡылыу урыны ҡаралған. Беҙ әле Әр-рәхим мәсетенең иң бейек нөктәһендә торабыҙ. Уның бейеклеге 75 метр. Ошо йылдың һуңғы айҙарында уның тышҡы яғы ремонтлана башлаясаҡ.Мәсет төҙөлөшөнөң генераль подрядсыһы итеп БНЗС тресы тәғәйенләнгән. Әле объектта был ойошманың техникаһы эшләй. Республика капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе белдереүенсә, мәсетте тергеҙеү өсөн өс яҡтан килешеү төҙөлгән. Әле бинаны тулыһынса тикшереү эштәре бара. Проектҡа үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе лә күҙ уңында. Мәсеттәге төҙөлөш эштәренең тамамланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
Өфөлә “Әр-рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде
Тулыраҡ: Өфөлә “Әр-рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде