Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында юлдар киңәйтелә, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыла, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, яҡтыртҡыс бағаналар ултыртыла, яңы балалар ҡаласығы төҙөлә, урындағы Еңеү паркында төҙөкләндереү үткәрелә. Был эштәр өсөн 8 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа 6 йылға иҫәпләнгән. Ошо осорҙа төбәктә 3 меңгә яҡын ихатаны яңыртыу ҡарала. Финанслауҙың 94% республика бюджетына, 5% урындағы муниципалитетҡа тура килә, 1 процентын урындағы халыҡ йыя.
Ҡыйғыла“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек тормошҡа ашырыла?
Тулыраҡ: Ҡыйғыла“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек тормошҡа ашырыла?