Республика етәксеһе райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты

Тулыраҡ: Республика етәксеһе райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты

Ураҡ барышы, балалар поликлиникаһы төҙөлөшө, подъездар төҙөклөгө, Башҡортостан ихаталары һәм уңайлы мөхит. Дүртөйлө ҡала һәм районында ошо йүнәлештәр буйынса атҡарылған эштәр барышы менән Радий Хәбиров танышты. Дүртөйлө аграрийҙары ураҡҡа 26 июлдә төшкән. Бөгөнгә майҙандарҙың 10 проценты урып-һуғылған. Ҡыҙыу ураҡҡа уңайһыҙ һауа шарттары ҡамасаулай, ти ауыл эшсәндәре.2007 йылдан тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгән “Ленин” племзаводы 10 мең гектарға яҡын майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереп хужалыҡты мал аҙығы менән тулыһынса үҙе тәьмин итә. Бында кукуруздың ғына 16 төрө игенгә үҫтерелә. 100 берәмек техника берҙәм эшләй. Радий Хәбиров механизаторҙарҙың эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһына.Диуарҙар түгел, ә сирлеләрҙе дауалар табиптар мөһим. Дүртөйлөлә былтыр июндә һалына башлаған балалар поликлиникаһын ҡарап Радий Хәбиров баш табипҡа кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Төҙөлөш пландан алда бара, әле пациенттарҙы ҡаршы алыу майҙаны менән ихатаны төҙөкләндереү эштәре ҡалған. 40 миллионға яҡын һумға ҡоролма-йыһаздар һатып алынған. Яңы поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу ноябрҙә көтөлә. Ҡаланың Матросов, Беренсе май урамындағы йорттарҙа Башҡортостан ихаталары һәм подъездар ремонтлау программалары ла тейешле ваҡытҡа тамамланасаҡ. Республика етәксеһе был йәһәттән халыҡ ихтыярын иҫәпкә алыу яҡлы. Граждандар менән осрашыуҙа Радий Фәрит улы сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу, ихатала уңайлыҡтары, йәштәрҙең эшкә урынлашыу мөмкинлектәре, башҡа көнкүреш мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына. Матросов исемендәге ял паркын төҙөкләндереү 2019 йылда заманса ҡала мөхитен булдырыу программаһы сиктәрендә бара. Һуҡмаҡтарға асфальт түшәлгән. Паркта заманса балалар майҙансығы урынлашҡан. Төҙөүселәр йомшаҡ ҡапламаның иң сифатлыһын Яр Саллы ҡалаһынан килтерә. Парктан күренеп торған Ағиҙел ярын да заман талаптарына яраҡлаштырыуҙы үтенеп республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткән ханым Дүртөйлөнөң өлкән быуыны вәкилдәре теләген еткереүен белдерә. Радий Хәбиров һәр ҡалала йылға ярҙарын күркәм ял өсөн уңайлы итеп биҙәүҙе хуплай. “Саҡмағош-аренаны” райондың ғорурлығы тиергә мөмкин. Өс йыл элек файҙаланыуға тапшырылған боҙ һарайы һөүөҫкәр спортсылар өсөн асыҡ, улар бында хатта район-ара ярыштар ойоштора. Райондың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусылары иһә бында йыл әйләнәһенә күнегеүҙәр үткәрә. Район һәм район-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе дәрәжәһенә өлгәшкән йәш хоккейсылар республика етәксеһенән ярыштарға йөрөргә махсус автобус һәм тренажерҙар һорай.Радий Хәбиров Саҡмағош халҡы көнкүрешенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә белешә. Район үҙәгенең өсөнсө микрорайоны халҡы ихата юлдарының бысраҡлығына, подъездарҙа тиҫтә йыл ремонт яһалмауына зарлана. Ике бала әсәһе, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Луиза Ғәлимова республика етәксеһенән ауылда йәш педагогтарға ярҙам йәһәтенән махсус программа булдырыуҙы үтенә. 100-ҙән ашыу кешене эш урындары, республика халҡын тәмле һөт ризыҡтары менән тәьмин иткән Саҡмағош һөт заводы эшмәкәрлеге лә республика етәксеһенең етди иғтибары үҙәгендә. Райондың боронғо предприятиһы нигеҙендә 2012 йылда асылған комбинат ваҡытлыса туҡтатылған. Радий Хәбиров завод етәкселәрен инвестиция сәғәтенә саҡыра. “Баҙы” ауыл хужалығы кооперативы иһә даими үҫеш юлында. Баҫыуҙарҙа берҙәм рәттә комбайндар арыш һуға. Хужалыҡ 43 меңдән ашыу гектар майҙанда иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. 7 ҙур фермала ит һәм һөт етештерә. Рәпәт һөт-тауар фермаһында малсыларҙың хеҙмәтен компьютер тәртипкә һалған. Хужалыҡта йәмғеһе ете меңгә яҡын баш мал аҫрала. Һәр фермала тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы 26 мең һум. Хужалыҡ етәксеһе Вадим Соколов демография мәсьәләһенә лә булышлыҡ итә. Өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуған осраҡта хеҙмәткәрҙең ғаиләһенә күләмле матди ярҙам программаһын бойомға ашыра. Бындай эш сәфәрҙәре халыҡ менән яҡындан аралашып кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы асыҡлауы менән мөһим. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә тап улар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ һәм ыңғай хәл итергә булышлыҡ итә.