Муниципаль берәмектәрҙә үҫеш үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Был тәү сиратта ҡайһы бер һалымдарҙы урындағы бюджетҡа ҡайтарыу менән бәйле. Был хаҡта республиканың Финанстар министрлығы коллегияһы ултырышында әйтелде. Ведомство ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе барлап айырым йүнәлештәр буйынса бюджетҡа килем артыуын билдәләне, башлыса ойошмаларҙың килеменә бәйле һалымдар 15 процент тирәһенә, акциздар 20 процентҡа артҡан. Тупланма бюджет 3 миллиард һум профицит менән үтәлгән. Сығымдарҙың 80 проценты ғәҙәттәгесә социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә тотонолған.
Башҡортостан бюджеты йылдың тәүге 6 айында 10 процентҡа артҡан
Тулыраҡ: Башҡортостан бюджеты йылдың тәүге 6 айында 10 процентҡа артҡан