Яңы уҡыу йылында Өфөлә яңы быуын мәктәптәр асыла

Тулыраҡ: Яңы уҡыу йылында Өфөлә яңы быуын мәктәптәр асыла

Тулы уҡыу көнөнә иҫәпләнгән полилингваль белем усағы башҡаланың 44-се мәктәбендә урынлаша. Быйыл 1 мең 300 бала өсөн бында 3 телдә, рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә уҡытыу, төштән һуң спорт фән, мәҙәниәт, заманса технологиялар йүнәлештәрендә түңәрәктәрҙә шөғөлләнең мөмкинлеге буласаҡ. Ошондай уҡ мәктәп дим биҫтәһенең Яркий микрорайонында ла булыр, тип көтөлә. Барлығы республикала ошондай 14 белем усағы асыу күҙаллана. Төп маҡсаттарҙың береһе балаларға һәр яҡлап үҫешеү мөмкинлеге бирергә һәм уҡытыуҙы заманса итеп ойоштороу.