Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла?

Тулыраҡ: Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла?

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкәләттәре артты. Ведомство вәкилдәре хәҙер күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләрҙе йә планировкаларын үҙгәртеүҙе асыҡлау һәм иҫкәртеү менән дә шөғөлләнә ала. Республика парламенты депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Фәнилә Хисмәтуллина йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында бөҙрәхана асҡандар. Эшҡыуар элекке фатирҙың эсен тулыһынса үҙгәрткән. Торлаҡты үҙгәртеп-ҡороу ваҡытында эшселәр стенаны тишеп Фәнилә Хисмәтуллинаның фатирына килеп сыҡҡан. Хәҙер хужабикә иртәнән кискә тиклем шау-шыуға зарлана. Фатир хужалары килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тип бер-нисә тапҡыр матурлыҡ салоны хужаһына мөрәжәғәт итә. Әммә, ул ябай граждандарҙы кешегә лә һанамай. Ошондай уҡ хәл Татьяна Гайдук фатирында. Күршелә генә планировкаға үҙгәреш индергәстәр пенсионерҙың түбә таҡтаһы сатнай башлаған. Оло йәштәге ханымдың фатиры икенсе ҡатта урынлашҡан һәм ул бында 43 йыл көн күрә. Татьяна Гайдуктың аш бүлмәһе аҫтында бөҙрәхана хужаһы бәҙрәф эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялдағы инәйҙең аш бүлмәһендә түҙеп торғоһоҙ еҫ. Беренсе ҡаттағы элекке фатирҙа офис өсөн рөхсәт бирелгән булған. Әммә, һуңынан ул нисектер тәғәйенләнешен үҙгәрткән. Белгестәр әйтеүенсә, бында бихисап тәртип боҙоу осраҡтары бар. Планировкаға ошондай үҙгәреш индергән фатир хужаларын һәм эшҡыуарҙарҙы асыҡлау өсөн торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре рейдтар ойоштора. Бындай рейдтар алдан хәбәр ителеп башҡарыла, бының өсөн суд ҡарары ла кәрәк. Күпселек кешеләр Башархитектуранан рөхсәт алмайынса, фатирҙарында үҙгәреш башлай. Был юлы торлаҡ хужаһы махсус документтары барлығын белдерҙе. Белгестәр фатирға суд приставтары менән генә инергә хоҡуҡлы. Шуға уларға хужабикәгә ышанырға ғына ҡала. Тик, улар һәр ваҡыт яңғыҙ рейдтарға сыҡмай. Фатирҙың диуарҙарын алыу, тәҙрә һәм ишектәрҙе киңәйтеү төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Йыл һайын Рәсәйҙә вайымһыҙ фатир йә офис хужалары арҡаһында йорттар йә подъездар емерелә. Үкенескә уларҙа кешеләрҙең дә ғүмере өҙөлә. Шуға күрә, планировканы тик рөхсәт буйынса эшләргә кәңәш ителә.