Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреү тәҡдимен еткергәйне. Был, тәү сиратта, башҡорт телен үҫтереүгә һәм уны популяраштырыуға ҙур үтәргес. Ҡыйғы районы Советы ултырышы ла тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте. Ҡыйғы районы Советының утыҙ алтынсы ултырышы тарихи тип әйтергә мөмкин. Ул беренсегә башҡорт телендә үтә. Сығыш яһаусылар, ултырышта ҡатнашыусылар ҙа башҡорт телендә аралаша. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр ҙә башҡорт телендә әйтелде. Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсүл Ҡазыханов әйтеүенсә, районда телде үҫтереү йәһәтенән бихисап саралар ойошторола. Шулай уҡ законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусылыр менән әүҙем көрәш алып барыу һәм “Айыҡ ауыл-2019” конкурсында ҡатнашыу тураһында фекерҙәр яңғыраны. Ҡыйғы районы хакимиәте 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына бюджет үтәлеше хаҡында хисап яһаны. 6 ай эсендә райондың килем өлөшө 302 миллион, сығымдар 256 миллион һумға еткән. Районда шулай уҡ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ла уңышлы эшләй. Уның сиктәрендә төбәктә тиҫтәгә яҡын проект тормошҡа ашырылған. Район советы ултырышында конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу, социаль-мәҙәни учреждениеларҙың хәле, район биләмәһендә йәшәгән төрлө миләт вәкилдәренең берҙәмлеген нығытыу тураһында сығыштар яһалды. Район советы депутаттары билдәләүенсә, төрлө сараларҙы башҡорт телендә уҙғарыу ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш.
Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы
Тулыраҡ: Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы