Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

Тулыраҡ: Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

11 йәшлек Вадим Савельев грэпплинг көрәше буйынса үткәрелгән ярышта ҡатнашып Рәсәй чемпионы исемен ала. Йөрәгенә операция яһатыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә кире әйләнеп ҡайтырға көс һәм рух таба. Әле Вадим яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Спорт ярыштарында иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-махсус кейем Вадим Савельев өсөн яҡты иҫтәлектәр менән һаҡлана. Ун бер йәшлек йәш спортсы алты йыл грэпплинг-ярайһы уҡ ҡатмарлы көрәш төрө менән шөғөлләнә. Республиканың данын яҡлап, ул быйыл Рәсәй буйынса үткәрелгән чемпионатта ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ була. Вадим Савельевты атаһы бәләкәй сағынан уҡ сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә, спорт залына йөрөтә. Көс һәм таһыллыҡ ҡына түгел, аҡыл, уйлап эш итеүҙе лә талап иткән был спорт төрөн дә ул еңел үҙләштерә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, йөҙгә яҡын маҡтау ҡағыҙҙары, диплом һәм, әлбиттә, миҙал, кубоктар менән бүләкләнә.Был миҙалдар тағы ла артыр ине, тик мөмкинлек кенә булманы, ти Сергей Савельев. 2017-се йылда медицина тикшереүе үткәндә йәш спортсыла йөрәк сире табалар. Вадим яратҡан шөғөлө-спортты бер йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була. Кардиохирургтар тиҙерәк операция яһау кәрәклеген иҫкәртә. Операцияны егет еңел үткәрә.Әле йәш спортсы үҙен бөркөттәй тоя. Спорт тормошона кирегә әйләнеп ҡайтыуы еңел булманы, ти ул. Тренерҙары һәм йәштәштәре араһында абруйлыҡ яулап өлгөргән Вадим Савельев быйыл Орел ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.Чемпионатта 12–нән 19 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 1050 спортсы көрәшә. Вадим Савельев иң күп мәрәйҙәр йыйып, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Бындай ҡаҙаныштар тик көс һәм дәрт кенә өҫтәй, ти йәш спортсы. Вадим Савельев күптәр өсөн үрнәк. Сәләмәт тормошто үҙенең маҡсаты итеп һайлаған егет әле Донъя чемпионатына әҙерләнә. Ул ноябрь башында Баку ҡалаһында үтәсәк.