Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөләге Торатау Конгрес Холында тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы үтте.Башҡортостан төҙөлөш тармағы үҫеше буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Үткән йылда ғына төбәк төҙөүселәре 6 меңдән ашыу яңы бина файҙаланыуға тапшырған. Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект иҫәбенән бөгөнгә 31 бина әҙер. Башҡаланың Затон биҫтәһендә асылған спорт әҙерлеге үҙәге иһә спорт төҙөлөшө тарихында иң ҙур объект тип танылды. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөүселәр алдында етди бурыстар ҡуя – киләһе йылда торлаҡ сафҡа индереү күрһәткесен йәнә арттырыу.Әле республикала төҙөлөш өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Рәсәй президенты Владимир Путин иғлан иткән Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға тиклем беҙҙең төбәктә генә 3 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Әле 2 миллион квадрат метрҙан ашыуы төҙөлгән. Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктә төҙөлөш йылдан-йыл үҫә. Яңы объектар иң мөһиме сифатлы һәм матур булырға тейеш.
Иң тыныс, мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәр эйәләре
Тулыраҡ: Иң тыныс, мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәр эйәләре