Юлдар нисек?

Тулыраҡ: Юлдар нисек?

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы республика халҡының автомобиль юлдары хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһына. Һорауҙарға яуап биреү аноним, ул Башҡортостандың Юл фонды аудиты сиктәрендә уҙғарыла. Һөҙөмтәләр дөйөмләштерелеп файҙаланыла. Һәр кем 18 августҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының рәсми сайтында үҙ фекерен ҡалдыра ала.