Сер түгел, мөмкинлектәре сикләнгән байтаҡ замандаштарыбыҙ өйҙән сыҡмай ултырырға мәжбүр, сөнки улар өсөн уңайлы шарттар юҡ. Баҫҡыстан йөрөй алмаған инвалидтарға үҙ йорттарында пандустар урынлаштырыу өсөн әллә күпме ойошмалар ишеген шаҡырға тура килә. Коляскала ярҙамһыҙ баҫҡыстан күтәрерлек түгел. Зәйнәб Бейешева урамындағы 15-се йортто төҙөгәндә үк, күрәһең, кескәй балалы йәш әсәләр һәм инвалидтар йәшәр, тип күҙ уңында тотолмаған. Владимир Маргановҡа танышының фатирына эләгер өсөн ошондай ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килә. Ә бына Тамара Мефодьевна пандус булмауы арҡаһында хәҙер 9 йыл өйҙән сыға алмай. Судлашып та ҡарай, әммә әлегә ыңғай һөҙөмтәләр юҡ. Тамара Раскатова бәләкәйҙән инвалид, 37 йәшендә инсульт булып, хәҙер 26 йыл коляскала йөрөй. 2 йыл элек Рәсәй-Башҡортостан телеканалында ошо уҡ мәсъәлә тураһында видесюжет күрһәтелгәйне. Ул ваҡытта коляскала йөрөүселәр өсөн пандус эшләнгәйне, әммә ул нормаларға тап килмәй һәм йәшәүселәр өсөн байтаҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Һөҙөмтәлә, эш урынына еткерелеп башҡарылмай. Тамара Раскатованың ярҙамсыһы, йәмәғәтсе Владимир Марганов ҡала хакимиәтенең, суд ишектәрен дә ҡаға, әммә мәсъәлә ҡатмарлы булып сыға һәм биргән вәғәҙәләр оҙаҡҡа һуҙыла. 2 йыл элек идарасы компания 2 айҙан мәсъәлә хәл ителәсәк, тигән вәғәҙәләр генә тороп ҡала. Идарасы компания директоры вазифаһын үткән йыл бушатҡан, хәҙер иһә компанияла башҡа кешеләр етәкселек итә. Яңы директор ҙа хәбәрселәр менән аралашмауҙы хур күрҙе. Ә бына инвалидтарҙың район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе был һорауҙы “уңайлы мөхит” программаһы буйынса хәл итеп була, тип белдерҙе. Программа инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгән төркөм өсөн ҡаралған. Ике яҡ та Тамара Раскатоваға үҙ ысулдары менән ярҙам итергә килеште. Өфө ҡала хакимиәте пандус ҡуйыу мәсъәләһен йортта йәшәүселәр менән бергә хәл итергә тәҡдим итте.Был мәсъәлә тағы ла күпме ваҡытҡа һуҙылыр, әлегә билдәһеҙ. Ә бына 73 йәшлек Анастасия Петровна суд аша ғәҙеллеккә ирешкән. Тәүҙә коляскала йөрөүсе инвалидҡа юғары ҡаттағы фатир бирелгән, суд тупһаларын тапап, 1-се ҡатта фатир ала. Был йортта пандус талап ителмәй, сығыу урыны уңайлы һәм Анастасия Петровна көн һайын тышта саф һауала йөрөй алыуына шатлана.
Уңайһыҙ мөхит
Тулыраҡ: Уңайһыҙ мөхит