Туризм иҡтисадтың мөһим өлкәһе

Тулыраҡ: Туризм иҡтисадтың мөһим өлкәһе

Республика етәксеһе Радий Хәбиров туризмды иҡтисадтың мөһим өлкәһе тип атаны һәм ошо өлкә менән даими шөғөлләнәсәген белдерҙе. Башҡортостанда Туризмды үҫтереү концепцияһы сиктәрендә үҙенсәлекле туристик объекттар булдырыу, эшлекле туризм буйынса эште яйға һалыу, инфраструктура булдырыу, комплекслы туристик маршруттар әҙерләү һәм туристик продукттарҙы тышҡы баҙарға сығарыу күҙаллана. Дөйөм милли туристик рейтингта Башҡортостан тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Республика шулай уҡ туристар ағымы күләме, туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме, ҡунаҡханалар, шифаханалар һәм башҡа саралар һаны буйынса илдә һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.