Башҡортостандың туристик сувенирҙары

Тулыраҡ: Башҡортостандың туристик сувенирҙары

Өфөлә беренсе тапҡыр “Башҡортостандың туристик сувенирҙары» конкурсы үтте. Унда республиканың 82 кәсепсеһе ҡатнашты. Был бәләкәй генә тирмә балсыҡтан әүәләнгән, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, тирмә тышында кәрәк-яраҡтар урынлаштырылған, хатта уның эсе лә йыһазланған. Ауырғазы районы оҫтаһы, рәсем дәресе уҡытыусыһы Зәки Исмәғилев 6 йыл дауамында аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡтың химик составын өйрәнә һәм ике төрлө балсыҡты йәбештереү ысулын тапҡан.Скульптор Мәүлитбай Хәлилов оҫтаның эшен юғары баһалай һәм байтаҡ сувенирҙарҙы бергә эшләйҙәр.Билдәле рәссамдар менән бер юлы һәүәҫкәр оҫталарҙың ҡул эштәре урын алған. Ләлә Камалетдинова 10 йылдан ашыу башҡорт милли кейемендәге һындарҙы эшләп һатыуға сығара һәм йылдан-йыл башҡорт сувенирҙарына талап арта, тип билдәләй оҫта.Күргәҙмәлә республиканың төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу ҡул оҫтаһы ҡатнашты. Һәр оҫтаның үҙенсәлекле тауары — Башҡортостан ерлеген һүрәтләгән сувенирҙар, милли музыка ҡоралдары, таштарҙан эшләнгән алҡалар, түшелдеректәр, ҡашмауҙар, матур-мутур ҡурсаҡтар, башҡортса яҙылған открыткалар.Күргәҙмәлә ошондай матур, башҡорт ҡурсаҡтары тәгдим ителә. Уның үҙенсәлеге шунда, урман-яландарҙан йыйлған уләндәр тултырылған. Ысынлап-та, хуш еҫле ҡурсаҡ.Республика бәйгеһендә Башҡортостан музейҙары өлгөләре лә урын алды. Конкурс барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов менән аралашыу ойошторолдо. Еңеүселәр һәм призерҙар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында ҡатнашасаҡ. Киләсәктә Башҡортостан оҫталарының күргәҙмәһен һәр 2 ай һайын ойоштороу ҡарала. Был иһә үҙ сиратында республика ерлеген һүрәтләгән сувенирҙарҙы киң тартырға ярҙам итәсәк.