Башҡортостан башлығын һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан башлығын һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк

Башҡаланың Орджоникидзе районында һайлау комиссиялары ағзалары менән бер рәттән ирекмәндәр өсөн дә махсус уҡыуҙар ойошторолдо.Ирекмәндәрҙең бурысы – физик мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Тауыш биреү барышында уларға йыш ҡына баҫҡыстан күтәрелергә булышыу, бюллетендәге яҙыуҙы уҡып биреү кеүек ябай ярҙам талап ителә. Төбәк һайлау комиссияһы ирекмәндәрҙе уҡыуҙарға аҙнаһына ике тапҡыр саҡыра.Һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреүгә ҡағылған ҡағиҙәләрҙе хәтергә төшөрөү һәм яңы талаптарҙы белдереү маҡсатында махсус уҡыуҙар участка һайлау коммиссиялары ағзалары өсөн дә аҙнаһына шул уҡ йышлыҡта үткәрелә. Орджоникидзе районы төбәк һайлау комиссияһы шулай уҡ теләгән урында һайлау мөмкинлеге алыу буйынса ғаризалар ҡабул итә. Бындай ғаризаны шулай уҡ күп функциялы үҙәктәр аша ла тапшырырға була.