Маркировкалы дарыу

Тулыраҡ: Маркировкалы дарыу

2020 йылдан алып дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙың маркировкаһы булыуы мотлаҡ. Бындай алым ялған дарыуҙарҙы сифатлыһынан айырырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, киләһе йылдан алып телефонына сканер урынлаштырған һәр бер һатып алыусы теләгән дарыуҙы үҙаллы тикшерә ала. Махсус код уның ҡайҙа һәм ҡасан етештерелгәнен, нисек килеп еткәнен күрһәтә. Ниндәй ҙә булһа дарыуҙы ҡабул итер алдынан, әлбиттә, уның ҡайҙа һәм иң мөһиме ҡасан етештерелгәнен белеү мотлаҡ. Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына сит илдәрҙән килтерелгән дарыуҙарҙы электрон базаға теркәп баралар. Теләһә ниндәй препарат тураһындағы мәғлүмәтте дата матрикс коды аша белеп була. Бының өсөн дауаханаға махсус сканер һатып алынған. Дарыу ҡабығына ҡуйылған кодты бер нисек тә юйып та, үҙгәртеп тә булмай. Программа ҡабул ителгән препараттағы махсус билдәне күрмәгән осраҡта, был дарыу дауаланыусыларға бирелмәй, дарыуханаларға ла оҙатылмай. Дауахана хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бындай программа бик уңайлы.Маркировкалау ысулы ялған препаратты сифатлыһынан айырырға, йәғни фальсификат әйләнешен күҙәтергә ярҙам итә. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы әле дарыуҙарҙы код аша тикшереүгә әҙер булған берҙән бер медицина учреждениеһы. Киләһе йылдарҙа бындай алымды ҡулланыу өсөн башҡа дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа һәм дарыуханаларҙа сканерҙар урынлаштырыласаҡ.Ялған дарыуҙарҙы юҡ итеү проблемаһы бөтә илде борсой. Ҡайһы бер сит яҡтарҙа сифатһыҙ препараттарҙы етештереүселәр өсөн үлем язаһы индерелгән. Ҡырҙан килтерелгән препараттарҙың маркировкалы булыуы был проблеманы тиҙ арала хәл итер, тип көтөлә. Әйткәндәй, беренсе июлдән медицина учреждениелары дарыуханалар менән берлектә “Ғәҙел билдә” системаһында теркәлергә тейеш. Өҫтәүенә, һатып алыусылар ҙа телефондарына “Ғәҙел билдә” ҡушымтаһын ҡуйып, препараттарҙы тикшерә ала.2020-се йылдың беренсе ғинуарынан алып бөтә дарыуҙарҙың маркировкалы булыуы тураһында мәғлүмәт бирелергә тейеш тигән бурыс ҡуйылған. Белгестәр билдәләүенсә, дарыуҙарҙы мотлаҡ маркировкалау дауалау файҙаһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.