Тракторҙы кем отор?

Тулыраҡ: Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталарын беренселәрҙән булып Учалы районы Баттал ауылы халҡы күрһәтте. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника-тракторға был ауыл лайыҡлымы? Баттал ауылы тормошо, уның халҡы менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова танышты.

Хәбәрсе. Тирә-яғын ғорур тау-урмандар, күлдәр уратып алған Учалы районы Баттал ауылын юҡҡа ғына ожмах урыны тип йөрөтмәйҙәр. Ауылдың килеп сығышын 1795 йылдағы Күбәләк волосына бәйләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ауыл уға нигеҙ һалыусы Баттал бабайҙың исемен йөрөтә. Баттал ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 24 ир ҡатнаша, шуларҙың икәүһе генә иҫән әйләнеп ҡайта. Ата-бабалары һаҡлап килгән тыуған төбәктә әле 300-н ашыу кеше донъя көтә. Бер-береһен үҙенең бер туғанылай күреп йәшәгән халыҡтың Башҡортостан-24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Уларҙың өлгөр, тырыш, тормошҡа ынтылып йәшәүҙәрен ер һелкетеп бейеүҙәре аша ла күрергә мөмкин.Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырып йәшәү-беҙҙең төп маҡсат, тип билдәләй ауыл ағинәйҙәре. Ике йыл элек улар ҙа “Әхирәттәр” ансамбле асып, район-ара үткәргән конкурстарҙа ҡатнашһа, ә бына уҡыусылар өсөн 2000-се йылдан алып “Осҡон” бейеү ансамбле эшләп килә.Баттал ауылындағы тауҙарҙан тәнгә һәм йәнгә сихәт алып йәшәйбеҙ, тип ҡыуана ауыл халҡы. Яңы бейеү һәм йырҙар ҙа тап ошо тәбиғәт һулышынан барлыҡҡа килә. Оло быуынды бигерәк тә, йәштәрҙең тырыш һәм ауыл нигеҙен онотмауҙары ҡыуандыра. Мәктәп йылдарында “Осҡон” бейеү ансамблендә ҡатнашып, әле үҙе кескәйҙәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтеүсе Динис Ғатауллин тау башында яратҡан бейеүҙе йәнә башҡарыу -үҙе бер бәхет, ти.Ысынлап та, мәктәптә йылдар дауамында ансамбль һәм түңәрәктәрҙең эшләп килеүе ҡыуандыра. Урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 1995-се йылда нигеҙ һалынған. Бында әле бөтәһе 35 бала белем ала. Уҡыусыларҙың йәйге көндә лә мәктәп баҡсаһын таҙартыуҙары, бергә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙәре уларҙың тырышлығын һәм берҙәмлеген иҫбатлай. Беҙҙең акцияның бағыусылары бүләген уҡыусылар ҡулланмаһына тапшырҙыҡ. Хәҙер тәнәфес ваҡытында балалар бушлай һәм юғары сифатта телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ.Тырышҡан — моратына ирешкән. Был мәҡәл тап Баттал ауылы халҡы тураһында. Хозур тәбиғәте, һәләтле кешеләренән тыш, ауыл өлгөлө ғаиләләргә бай. Баҡса күҙҙең яуын алып сәскәгә күмелгән, ә урам эсе генә түгел, хатта тышы ла техника менән тулған. Һүҙебеҙ Шәғалиндар ғаиләһе тураһында.Ғабдулла Шәғалин 24 йыл ғүмерен полицияла хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул буш ултырмай, ауыл хужалығы менән булыша. Ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итһәң генә бәхеткә ирешеп була, ти йорт хужаһы. Уның хәләл ефете Лидия Шәғалина менән улар 27 йыл бергә ғүмер итә. Урамдың таҙалығы, йорттоң балҡып ултырыуы, һанап бөтмәҫлек мал-тыуар тәрбиәләү- барыһы ла ғаилә тырышлығынан.Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы уңған булырға тейеш. Йорт эштәренән һуң, бер табында бергәләп аҙыҡты ауыҙ итеү-Шәғалиндар өсөн бәләкәй генә йола булып килә. Бәхетле ғаилә күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр тауыштарына күмелеп йәшәүҙе теләй улар. Баттал ауылында йәшәүсе алтын ҡуллы, башҡаларға белемен таратыусы, тормош йәмен татып йәшәүселәр тураһында һөйләп бөтөп булмай.Быуындан-быуынға күсеп килгән һәләтте үҫтереүселәр айырыуса бәхетле. Өс ул атаһы Дим Хәйбуллин мейес сығарыу оҫталығы менән дан тота.Бер йәй эсендә ундан ашыу мейес сығара оҫта. Алтын ҡулдары менән дан алған Дим Хәйбуллин күрше ауыл-райондарға ла бара. Ә уның улдары иһә крәкле лә һирәк тә һөнәргә өйрәнеүе өсөн рәхмәттәр генә уҡый.Ауылдың үҫеше тәү сиратта халыҡтың берҙәмлегенә бәйле. Баттал — күркәм ауыл, татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта -“Алтын бишек” акцияһында бирелгән шарттарҙың бөтәһенә дәлил. Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу- “Алтын бишек” акцияһының төп маҡсаттарының береһе. Төп приз -трактор-хужалыҡта алыштырғыһыҙ техника. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте был тракторҙы ярышта еңеп сыҡҡан, үҙен өлгөлө итеп күрһәткән ауылға тапшырасаҡ. Бынан тыш Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре компанияһынан еңеүселәрҙе телевизор һәм приставкалар менән бүләкләйәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә ни бары беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа инеп ғариза ғына ҡалдырырға кәрәк. Теләгән һәр район, һәр кеше республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһында ҡатнаша ала. Учалы районы Баттал ауылы халҡы юҡҡа ғына тыуған ауылын алтынға тиңләмәй. Матур тәбиғәте һәм данлыҡлы кешеләре булғанда ғына ауыл рухы к-тәреләсәк. Ә рух булғанда тыуған ер йәнә сәскә атыр.