Ураҡты тиҙләтергә, яңы уҡыу йылына лайыҡлы башланғыс һалырға һәм тыуым кимәлен кәметмәҫкә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Башҡортостанда үткән ярты йылда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артҡан. Был ҡаҙанышты төбәктә алып барылған дөрөҫ сәйәсәт һөҙөмтәһе, тип билдәләргә лә мөмкин. Радий Хәбиров экология һәм тәбиғәт сығанаҡтарын файҙаланыу министры вазифаһын яңы башҡарыусы Урал Искәндәровты таныштырып уны республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәре һағына баҫырға саҡырҙы.Башҡортостан игенселәре быйыл 3 миллион тонна тулайым уңыш алырға иҫәп тота. Әлегә һауа шарттары ужым баҫыуҙарының 33, яҙ сәселгәндәренең 42 процентында ғына ашлыҡ йыйып алыу форсатын биргән. Тәүгеләренең гектар ҡеүәте юғарыраҡ, республика буйынса уртаса 22 центнер. Иң уңдырышлы күрһәткес Саҡмағош районында. Бында һәр гектарҙан 37 центнер иген һуғылған. Илшат Фазрахманов киләсәктә тап ужым культураларына өҫтөнлөк биреү яҡлы. Бөгөн иһә үҫтерелгән уңышты тиҙ арала йыйып алыу мөһим. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы хужалыҡтарға техника менән оператив ярҙам тәҡдим итә.133 технология, 133 информатика һәм тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре өсөн шулай уҡ 133 махсус кабинет. Ауыл мәктәптәрен ошо үҫеш нөктәләренән тыш яңыртылған 43 спорт залы һәм 5 асыҡ майҙансыҡ көтә. Яҫы һыҙатлы Интернет иһә яңы уҡыу йылынан ауыл мәктәптәренә 50, ҡаланыҡыларға 100 мегабит тиҙлектә электрон белем сығанаҡтарын файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк. Мәғариф милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда йыл аҙағына 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана. Дөйөм белем биреү учреждениеларының икәүһе асыҡ, беренсе сентябргә йәнә 9-ҙы уҡыусылар ҡабул итергә әҙерләнә. Бынан тыш 12 коррекцион мәктәптең матди техник базаһын нығытыу, төбәктә өҫтәмә белем биреү модель үҙәген булдырыу һәм һәләтле балалар өсөн Федераль кимәлдәге “Сириус” өлгөһөндәге белем үҙәге асыу күҙ уңында тотола. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин был тәңгәлдә кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшеүен белдерә. Республикала тәрбиәселәргә ихтыяж арта. Балалар баҡсаһына мохтажлыҡҡа Демография милли проекты ла бәйле. Тыуым дөйөм күрһәткесен үҙ кимәлендә ҡалдырыр өсөн Башҡортостанда ғаиләләргә финанс ярҙам төрҙәре киңәйтелә. Быйыл социаль түләүҙәр күләме 2 миллиард 1 миллион һум. Беренсе балаһы тыуғас аҡсалата ярҙамды 4829, өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуған осраҡта түләнгән сумманы 4272 ғаилә файҙаланған. 2019 йылда 2025 ЭКО циклы башҡарылған. Милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлгән төбәк программаһы өс йәшкә етмәгән бала тәрбиәләгән әсәләргә эшкә сығыу мөмкинлеген тәьмин итер өсөн яңы балалар баҡсалары асыу ғына түгел, ә һөнәр камиллаштырыу сараларын да күҙаллай.Тыуымды Демография милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үтәлгән йәнә бер программа өлкән быуын мәнфәғәттәренә ҡағыла. Хеҙмәт йәшенән өлкәндәрҙең һаулығын хәстәрләү маҡсатында республика ололарға пневмококк инфекцияһынан һаҡлаусы вакцина яһатырға 5 миллион һум йәлеп итә. Ауылдар быйыл өлкәндәрҙе өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға алып барыу өсөн 18 бәләкәй автобус менән тәьмин ителә. Хаҡлы ял йәшенә яҡынлашҡан хеҙмәткәрҙәргә һөнәр яңыртыу йәиһә камиллаштырыу үҙәктәре эше яйға һалына. Федераль адрес мәғлүмәт системаһын тултырыу буйынса Башкортостан илдә өсөнсө, Волга буйы федераль округында беренсе урында. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Андрей Солнцев белдерҙе. Адрес мәғлүмәт селтәрен тултырыу — Башҡортостан ҡаҙнаһын һалым иғәнәләренә байытыуҙың һөҙөмтәле сығанағы. Быйыл ете айҙа исемлеккә миллионға яҡын яңы адрес индерелгән. Ер участкаларын теркәү 20-нән 90, капиталь төҙөлөш объекттарын теркәү күрһәткесе 98 процентҡа еткән. Радий Хәбиров ФИАС исемлеген тултырыу эшен дауам итергә ҡушты.