Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

“Демография” милли проекты сиктәрендә 2020-се йылға аҙағына тиклем Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ошо турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы учреждениеларҙа 7 мең урын булдырыласаҡ. Балалар баҡсаларын төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән, уның күләме 2 миллиард һумдан ашыу. Ә дөйөм алғанда проект буйынса 2024-се йылға тиклем республикаға 32 миллиард 800 миллион һум аҡса йәлеп итеү ҡарала.