Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Тулыраҡ: Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Башҡортостанда “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сикәтерендә социаль объектар төҙөү дауам итә. Ҡыйғы районында 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылындағы яңы белем усағы 70%-ҡа әҙер тиерлек. Әле объектта эске биҙәлеш эштәрен башларға әҙерләнәләр. Бинаны төҙөгәндә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алына: янғын хәүефһеҙлеге, санитар-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләр. Яңы заманса белем биреү үҙәгендә мәктәп менән бергә балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Шулай уҡ, мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн д уңайлы шарттар тыуҙырылған. Проектка ярашлы, яңы белем биреү усағында аҙыҡ-түлек блогы, медицина пункты буласаҡ, кабинеттар интерактив таҡталар менән йыһазландырыласаҡ. Ҡыйғы районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әле районда 20-гә яҡын белем биреү учреждениеһында 2 меңдән ашыу бала уҡый. Ләүйылға ауылында төҙөлгән яңы белем усағы районда иң заманса мәктәрҙең береһе буласаҡ.Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылындағы яңы белем биреү усағы яңы йылдан һуң балалар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.