Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Белем биреү учреждениеларының әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙең капиталь ремонтына һәм материаль-техник базаһын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Был аҙнала – 16 августа Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә. Унда мөғәллимдәр тәжрибәһе менән уртаҡлаша, яңы уҡыу йылына маҡсаттар билдәләй.