Быйыл республика университеттарына 20 меңдән ашыу абитуриент уҡырға инә. Миләүшә Динисламова 4 йыл Өфө дәүләт педагогия университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, артабан уҡыуын икенсе йүнәлештә дауам итергә теләп, магистратураға документтарын Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына тапшырған.Ә бына Иҙел Ярмуллин артабан уҡыуын Өфө дәүләт нефть-техник университетында дауам итергә ниәтләй. 4 йыл бюджетта уҡыған егет магистратураға имтихандарын тапшырған һәм әле һөҙөмтәләрҙе көтә, түләүһеҙ урындар тап имтихан баһалары буйынса бүленәсәк.Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына 10 меңдән ашыу бюджет урын бүленгән. Көндөҙгө уҡыу бүлектәренә абитуриенттарҙы ҡабул итеү тамамланған. Ситтән тороп һәм түләүле уҡыу бүлектәренә, магистратура һәм аспирантураға документтарҙы тапшырыуҙың һуңғы тулҡыны бара. Быйыл Башҡортостанда 19 меңдән ашыу уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Төп һынауҙарҙы үтә алмаған 250-нән ашыу уҡыусы иһә сентябрь башында рус теле һәм математика фәндәрен яңынан тапшырып ҡарай аласаҡ, ә юғары уҡыу йорттарында һынауҙы киләһе йылда үтергә тура киләсәк.
Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана
Тулыраҡ: Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана