Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте

Тулыраҡ: Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте

2017-се йылдың октябрендә Минһажев урамында урынлашҡан туҡталҡаларҙың береһендә 40 йәшлек Павел Кабановҡа һөжүм итәләр. Ҡорал менән атыусыларҙы шунда уҡ асыҡлап ҡулға алдылар. Улар енәйәт кодексының бер-нисә статьяһы буйынса ғәйепләнә. Әлегә икеһе лә изоляторҙа суд ҡарарын көтә. Кеше үлтерергә маташҡандарға 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.