Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

Тулыраҡ: Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

Тәртип һаҡлаусылар уларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан.Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, енәйәтселәр бер көн эсендә ике тәртип боҙоуҙа ғәйепләнә. Улар тәүҙә машина ҡыуып алып китә, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғанда өҫтәүенә наркотик һаҡлауҙары асыҡлана. Енәйәтселәр үҙҙәре лә наркотик ҡулланған, һәм ҡулға алған мәлендә иҫерек була. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәрҙең башҡа енәйәт эштәрендә лә ҡатнашыуҙарын аныҡлау эштәре бара.