Бәхеткә күрә, унда бер кем дә булмай. Торлаҡ хужаһы эштән ҡайтып килгәндә тау башында ултырған өйөнән төтөн сығыуын күреп ҡала. Ул тиҙ арала килеп етә һәм эскә инеп һүндерергә керешә. Әммә, мөлкәтен ҡотҡарам тип, саҡ үҙе һәләк булмай ҡала. Зыян күргән хужаның ҡулдары яна. Уға шунда уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре беренсе ярҙам күрһәтә.Утты бер-нисә минут эсендә туҡтаталар һәм артабан таралыуға юл ҡуймайҙар. Янғын һүндереүгә 4 машина һәм 12 кеше йәлеп ителә. Тәүмәғлүмәттәр буйынса, ут ҡыҫҡа ялғаныштан сыҡҡан.
Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте
Тулыраҡ: Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте