Ошо турала агрохимиктар һәм умартасылар белдерә. Белгестәр балды ашар йә ҡулланыр алдынан мотлаҡ лабораторияла тикшертергә кәңәш итә. Әгәр ҡорттар ағыуланып умартаға ингән икән, улар пестицидты керәҙдә ҡалдырыуы ихтимал, тип белдерә эксперттар. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, июль аҙағында илдең 25 төбәгендә 40 меңгә яҡын күс ҡырылды. Был Рәсәйҙәге дөйөм ҡорттарҙың 1,3 проценты. Айырым төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда умартасыларға юғалтыуҙарҙы ҡаплау өсөн компенсация түләргә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Ҡырылған бал ҡорттарының балы кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин
Тулыраҡ: Ҡырылған бал ҡорттарының балы кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин