«Айыҡ ауыл» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү аҙағына яҡынлаша, ул 15-се августа тамамлана. Проект ике этапта ойошторола. Тәүгеһе райондар араһында үткәрелә. Икенсеһенә, республика этабына, район еңеүселәре сыға. Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың 30 ноябрендә яһала. Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсе урын өсөн – 250 мең һум, өсөнсө урын өсөн – 150 мең һум ҡаралған.
Айыҡ ауыл
Тулыраҡ: Айыҡ ауыл