Айгөл иле

Тулыраҡ: Айгөл иле

Өфөнөң «Нур» татар театры яңы 28-се театр миҙгелендә премьераға әҙерләнә. Ул – Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Айгөл иле» романтик драмаһы. Премьера 27-28 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Йәйге ялдарҙан һуң шундуҡ сәхнәгә. “Нур” театры артистары Мостай Кәримдең “Айгөл иле” пьесаһы буйынса репетиция башланы. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыуҙан һуң, образдарҙы кәүҙәләндереү артистарҙың беренсе аҙымдары ғына әле. «Айгөл иле» — совет башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһе. Әҫәрҙе иң беренселәрҙән булып Башҡорт драма театры сәхнәләштергән. Шулай уҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Яҡут театры сәхнәләрендә лә донъя күргән. Әҫәрҙәге дөйөм ваҡиға үҙгәрмәгән, әммә йылдар дауамында һәр автор үҙ күҙлегенән сығып сәхнәләштерә. Пьесала фашист пленынан ҡасҡан ҡатын яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Ул Италияла яңы тормош ҡора һәм йылдар үткәс, ҡыҙын алып китер өсөн тыуған иленә ҡайта. Әммә герой ауылдаштарының аңламаусанлығына һәм ситләшеүенә дусар була. Әгәр бер нисә тиҫтә йыл элек ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгөндә бер ниндәй ҙә шик булмаһа, хәҙер иһә төп геройҙың илһөйәрлеге күп бәхәстәр тыуҙыра. Премьераға күп ваҡыт ҡалманы, артистар ҙа оҙаҡламай төп сәхнәлә репетиция үткәрә башлаясаҡ. “Айгөл иле” спектакленең премьераһы сентябрь аҙағында ҡуйыла. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала.