Район үҙәгендә бассейн, төпкөл ауылда яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә һәм район ауылдарына автобус бәйләнеше тергеҙеләсәк. Радий Хәбиров ошо ҡарарҙар тураһында Архангел районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Яңы Шишмә ауылында фельдшер акушерлыҡ пункты бинаһы 1957 йылда төҙөлгән. Ағас йорт мейес яғып йылытыла. 29 йыл фельшер вазифаһындағы Эльвира Ғәлиева емерек хәлдәге бүлмәләрҙә әлегәсә сырхауҙарҙы ҡабул итергә мәжбүр. Үҙ һөнәренә мөкиббән ханым ошо шарттарҙа ла бөхтәлекте юғалтмаҫҡа тырыша. Йәш балаларҙы өшөтмәҫ һәм сир хәүефенә тарытмаҫ өсөн өйөндә ҡабул итә. Ауыл халҡы зарын “Инцидент” селтәренә яҙып һалған.Киләһе көҙгә яңы ФАП төҙөрбөҙ, тигән ҡарарҙы Яңы Шишмә халҡы алҡышлап ҡабул итә. Республика етәксеһе кешеләрҙе борсоған башҡа мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһына. Ауылда 160 кеше йәшәй, 35 бала. Трасса 200 метр яҡынлыҡта булыуға ҡарамаҫтан, йорттарҙа газ яғыулығы юҡ, район үҙәге менән автобус бәйләнеше туҡтатылған, Интернет селтәре сикле. Район үҙәгендәге Йәштәр микрорайоны халҡы юлһыҙлыҡтан арыған. Был ерҙең тәбиғәт үҙенсәлектәре ҡойо йә һыуүткәргес мәсьәләһе өсөн дә ҡатмарлы. Юлдарҙа яҙлы-көҙлө генә түгел йәйен дә күләүектәр кипмәй. Яңы микрорайонда урамдар төҙөү проекты әҙер, әле ул дәүләт экспертизаһы этабында. Яңы микрорайонда 6 километрҙан ашыу юл һалырға 110 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Республика етәксеһе Архангельское ҡасабаһында Ворошилов һәм Советская урамындарындағы күп фатирлы йорттарҙа подъездар ремонтлау барышы менән Башҡортостан ихаталары программаһы үтәлешен тикшерҙе. 2019 йылда район үҙәгендә 3 ихатаны төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Уңайлы ҡала мөхите программаһы сиктәрендә район үҙәгендәге Еңеү паркында ла төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара. Әле бында тротуар ташы түшәлә, яңы кәртә ҡорола. Паркты яңыртыу 31 авгусҡа тамамланырға тейеш. Район халҡы республика етәксеһенә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт үҙәге тураһындағы хыялын еткерә.1964 йылда төҙөлгән 1-се мәктәп бинаһы ла капиталь ремонт талап итә. 570 уҡыусыға урта белем биреү йорто быйыл “Заманса мәктәп” төбәк проектында ҡатнаша. Бында беренсе сентябрҙән физик культура курсында “Ирекле көрәш” модуле индерелә. Әлеге ваҡытта цифра һәм гуманитар йүнәлешле “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенә тәғәйен йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алынған. Бынан 40 элек төҙөлгән һәм район үҙәгенең байтаҡ өлөшөн йылы менән тәьмин иткән үҙәк ҡаҙанлыҡтарҙың да ҡеүәте йәнә бер йылға ғына етерлек ҡалған. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге экспертизаһына ярашлы 2020 йылдан һуң газ ҡаҙанлыҡтарын файҙаланыу тыйыла. 95 процентында иҫкергән ҡоролмалар энергия юғалтыу күләмен арттыра, Йылылыҡ селтәҙәре йылына 4 миллион һумлыҡ зыян күрә. Предприятиены яңыртыр өсөн етәкселек субсидияға өмөт бағлай. Ә бына Березовка ауылында өс йыл малсылыҡ менән шөғөлләнгән Сабитов фермер хужалығы республика махсус программаһы буйынса өс миллион һумға яҡын грант алыуға өлгәшкән. Әлегә тиклем ит етештереүсе хужалыҡ артабан һөт ризыҡтары ла әҙерләй башларға йыйына.Киҫкен мәсьәләләргә ҡарамаҫтан, Архангел районында ыңғай күренештәр ҙә етерлек. Радий Хәбиров белдереүенсә, эшҡыуарлыҡ үҫешенә етди өмөт бағлана.Район һәм ауылдар үҫеше өсөн тәү сиратта көнкүреш уңайлыҡтары, юлдар, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү йорттарының тотҡарлыҡһыҙ эше мөһим. Радий Хәбиров Архангелда балалар туҡланыуын яйға һалыу, автобус бәйләнешен тергеҙеү, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу кеүек һәм башҡа көнүҙәк проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итер өсөн республика кимәлендә ярҙам буласағын белдерҙе.
Иғтибар үҙәгендә Архангел районы
Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә Архангел районы