Әлегә һауа шарттары ужым баҫыуҙарының 33, яҙ сәселгәндәренең 42 процентында ғына ашлыҡ йыйып алыу форсатын биргән. Тәүгеләренең гектар ҡеүәте юғарыраҡ, республика буйынса уртаса 22 центнер. Иң уңдырышлы күрһәткес Саҡмағош районында. Бында һәр гектарҙан 37 центнер иген һуғылған. Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов киләсәктә тап ужым культураларына өҫтөнлөк биреү яҡлы. Бөгөн иһә үҫтерелгән уңышты тиҙ арала йыйып алыу мөһим. Министрлыҡ хужалыҡтарға техника менән оператив ярҙам тәҡдим итә.