Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты

Тулыраҡ: Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты

Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре йәнә Өфөлә осташты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Республика Хөкүмәте менән берлектә сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарҙы тыңлап, уларҙы бойомға ашырыуҙың эҙмә-эҙлекле юлдарын барланы. Был түбәтәйҙең бер быуаттан артыҡ тарихы бар. Гөлнараға ул өләсәһенән ҡалған. Күҙ теймәһен өсөн мәрйендәрҙе лә үҙенсәлекле итеп теҙгән боронғолар. Ошондай ҡомартҡының хужаһы булараҡ милли кейемдәрҙе тергеҙеү эшен үҙенә бурыс итеп алған йәш ҡыҙ. Телде тейешле кимәлдә белмәү беҙҙең милли үҙаңыбыҙға ҡамасау түгел, төп йортҡа тап моңло телебеҙҙе ишетеү, аралашыу өсөн киләбеҙ, ти ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Кисә башҡорттар күпләп йәшәгән 6 төбәктән, 140 делегат Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышына йыйылды. Торатау” Конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән вәкилдәр Радий Хәбиров менән дә осрашты. Башҡортостан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә туған телде үҫтереү, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү буйынса һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер, тип белдерҙе республика етәксеһе.Ырымбур өлкәһендә 12 мәктәптә башҡорт телен өйрәнәләр. Быйыл тағы 120 уҡыусынан ғариза ҡабул ителгән. Был башланғысҡа төп йорт гранттар менән ярҙам итә ала, тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме теләк булһын. Был йәһәттән Силәбе башҡорттары бик әүҙем. Республика башлығына улар Силәбеләге хәл итәһе мәсьәләләрҙе урындағы милләттәштәребеҙ менән берлектә башҡарыуҙарын һораны. Делегаттар төбәктәрҙә Башҡортостандың вәкиллектәрен асыу кәрәклеге хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатты. Шулай уҡ республика эшҡыуарҙарын да сит төбәктәрҙә көтөп ҡалалар.Сит төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ менән бәйләнеш нығый, ул яңы кимәлгә сыға. Мәҙәниәтте, телде һаҡлау, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү йәһәтенән тыуған көнүҙәк мәсьәләләр хәҙер һүҙҙә генә ҡалмаясаҡ ә реаль эштәр менән нығытыла тигән ышаныс тыуа.