Рәсәйҙә Салауат Юлаевҡа тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килеүе ихтимал. Силәбе ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге ошондай башланғыс менән сыҡҡан. Монументтың проектын да тәҡдим иткәндәр. Әйткәндәй, уны тормошҡа ашырыу һәм ҡуйыу өсөн бағыусылар ярҙамы кәрәкмәй, тип белдерә ойоштороусылар. Һәйкәлде Силәбе ҡалаһының төнъяҡ-көнбайышында, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөткән урамда урынлаштырырға йыйыналар.