Йәмғеһе быйыл Рәсәйҙән 20 мең 500 самаһы кеше хажға барҙы. Шуларҙың 200-гәне беҙҙең республиканан. Изге сәфәр ҡылыусылар 20-25 августа кире әйләнеп ҡайта башлай. Йыл һайын Сәғүд Ғәрәбстанына 2 миллион самаһы хажи бара. Рәсәйҙән изге сәфәр ҡылыусылар өсөн эконом-класслы тур 130-180 мең һумға барып баҫа. Был көндәрҙә мосолмандар ҡорбан сала, изге Ҡорбан ғәйетен билдәләй.