Инженер эштәре һәм технологиялары буйынса Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ил күләмендә үҙенең лайыҡлы урынын яулай. Рәсәй оборона заказына ярашлы быйылғы йөкләмәләрен УМПО белгестәре ваҡытынан алда үтәне. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Ул үҙ иңенә турбореактив авиация двигателдәрен эшләү, етештереү, хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү бурыстарын ала. Предприятиела шулай уҡ вертолет техникаһы ла ремонтлана. Август айында моторсылар Курск ҡалаһындағы хәрби часҡа АЛ-31Ф двигателен оҙатып, 2013 йылда үткән МАКС авиасалонында Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһы һәм Рәсәй оборона министрлығы араһында төҙөлгән килешеү буйынса йөкләмәләрен үтәне. Мәскәү өлкәһендәге Жуковскиҙа үткән МАКС-2015 авиасалонында Рәсәй һәм сит ил компаниялары араһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә үҙ тауар өлгөләрен тәҡдим итте. Күргәҙмә ҡунаҡтары Өфөлә етештерелгән газ турбиналы двигателдәре менән йыһазландырылған СУ-35С истребителдәре осошон ғәмәлдә күҙәтте. Был самолеттар Рәсәй хәрби-һауа көстәре ҡоралланышына алынған. Күрһәтмә сығыштарҙа шулай уҡ Т-50 атамалы бишенсе быуын истребителе осошо ла тәҡдим ителде. Уның двигателенең тәүге өлөшө лә Өфөлә етештерелгән. Моторҙар эшләү берекмәһе әлеге ваҡытта ПАК ФА истребителдәре өсөн өр яңы двигателдәр сығарыу өҫтөндә эшләй. Өфө моторсылары етештергән двигателдәр ил һағын нығытыу ғына түгел, авиация һәм авиация двигателдәрен етештереүсе сәнәғәттең Рәсәй һәм донъя күләмендәге үҫешенә булышлыҡ итә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ил күләмендә үҙенең лайыҡлы урынын яула4анын раҫланы
Тулыраҡ: Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ил күләмендә үҙенең лайыҡлы урынын яула4анын раҫланы