Полиэфта яңы ҡоролма асылды

Тулыраҡ: Полиэфта яңы ҡоролма асылды

СИБУР-ҙың Благовещен предприятиеһында Рәсәйҙә берҙән бер терефталь кислотаһын етештереүҙең яңыртылған ҡоролмаһы асылды. Полиэф акционер йәмғиәтендә ошо уңайҙан ойошторолған сараларҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Павел Сорокин, СИБУР холдингы идараһы рәйесе Дмитрий Конов ҡатнашты. Етештереүҙе яңыртыу юғары сифатлы сеймал сығарыу ғына түгел, яңы эш урындары, һалымдар кимәленең артыуы һәм республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫеш сығанағы, тип белдерҙе Радий Хәбиров. СИБУР менән Башҡортостан тығыҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә. Завод эшмәкәрлегенә бәйле башланғыстарҙы, инвестициялар индереү, импорт алмаштырыуға йүнәлтелгән етештереү ҡеүәттәренә булышлыҡ итергә республика киләсәктә лә әҙер, тине төбәк етәксеһе.