Һыу, газ һәм юлдар

Тулыраҡ: Һыу, газ һәм юлдар

Көнкүреш тормошто йәнләндерер өсөн төп талаптар. Благовещен районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Төнъяҡ микрорайонда коммуникациялар селтәре төҙөлөшөн комплекслы үткәрергә республика бюджетынан ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе. 1993 йылда төҙөлә башланған микрорайон йылдан-йыл үҫешә. Шәхси торлаҡ өсөн 2 мең ярымдан ашыу ер биләмәһе бирелгән, микрорайонда меңдән ашыу кеше йәшәй. Яңы торлаҡ районында 47 км оҙонлоҡта юлдар, 8,3 километр һыуүткәргес, газ торбалары һалыу талап ителә. Республика етәксеһе кешеләрҙе борсоған башҡа мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһынды. Проблемалар тәү сиратта төҙөкләндереүгә, урамдарҙы яҡтыртыу, электр энергияһын файҙаланыуҙа тотҡарлыҡтарға ҡағыла.