Мәғариф милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда йыл аҙағына 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана. Дөйөм белем биреү учреждениеларының икәүһе асыҡ, беренсе сентябргә йәнә 9-ҙы уҡыусылар ҡабул итергә әҙерләнә. Бынан тыш 12 коррекцион мәктәптең матди техник базаһын нығытыу, төбәктә өҫтәмә белем биреү модель үҙәген булдырыу һәм һәләтле балалар өсөн Федераль кимәлдәге “Сириус” өлгөһөндәге белем үҙәге асыу күҙ уңында тотола. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин был тәңгәлдә кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшеүен белдерә. Республикала тәрбиәселәргә ихтыяж арта.
Башҡортостанда 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана
Тулыраҡ: Башҡортостанда 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана